IBM
IBM (Ай-би-эм тип әйтелә; МФА: [aɪbiːˈɛm]; ингл. International Business Machines атамаһының аббр.) — АҠШ компанияһы, аппараттар һәм программалар менән тәьмин итеү, шулай уҡ ИТ-сервистар һәм консалтинг хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса донъяла иң эре етештереүселәрҙең һәм һатыусыларҙың береһе, штаб-фатиры Армонкта (Нью-Йорк штаты) урынлашҡан.
Компанияны йыш ҡына Big Blue тип тә йөрөтәләр, йәғни инглизсәнән тәржемә иткәндә — «ҙур зәңгәр» йә «зәңгәр бәһлеүән». Был атаманың барлыҡҡа килеүенә ҡағылышлы бер нисә фараз бар. Береһе буйынса[52][53], атама компания 1950-се — 1960-сы йылдарҙа етештергән мейнфреймдарға бәйле. Улар бүлмә ҙурлығында һәм зәңгәр төҫтә булған. Икенсе бер фаразға ярашлы, атаманың нигеҙендә компанияның логотибы ята. Ә тағы бер версия[52][54] раҫлауынса, компаниялағы дресс-кодҡа бәйле: хеҙмәткәрҙәр зәңгәр күлдәк һәм зәңгәр костюм кейергә тейеш булған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1888—1924: IBM барлыҡҡа килеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1890 йылда АҠШ территорияһында халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Уның һөҙөмтәләрен эшкәртеү өсөн беренсе тапҡыр «электр табуляторы» ҡулланыла. Уны Герман Холлерит уйлап таба. Был аппарат ярҙамында иҫәп алыу йомғаҡтары бер йыл эсендә эшкәртеп бөтөлә. Ә унан алдағы 1880 йылғы иҫәп алыу йомғаҡтары һигеҙ йыл буйы эшкәртелгән була[55]. Уңыштан ҡанатланған уйлап табыусы 1896 йылда Tabulating Machine Company компанияһын аса.
1911 йылдың 16 июнендә[56] CTR (Computing Tabulating Recording) нигеҙләнә. Уға Computing Scale Company of America, Tabulating Machine Company (TMC — Герман Холлериттың элекке компанияһы) һәм International Time Recording Company инә. Берләшкән фирма электр ҡорамалдарының киң ассортиментын етештерә: үлсәүҙәр, сыр телгестәр, эш ваҡытын иҫәпләү приборҙары, перфорациялау машиналары һ. б. Төрлө яҡлы бизнесҡа идара итеү ауырлашҡанға күрә 1914 йылдың майында генераль директор ��азифаһына Томас Уотсон саҡырыла. Бынан һуң компания табуляция машиналары эшләүгә махсуслаша башлай.
1924 йылда Канада баҙарына сығыу һәм продукция ассортименты киңәйеү менән бәйле, CTR атамаһын International Business Machines йәки ҡыҫҡаса IBM тип үҙгәртә.
1930-сы — 1940-сы йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк депрессия йылдарында күп миллионлы килемдәр компанияны бөлөп юҡҡа сығыуҙан ҡурсалай. Кризисҡа ҡарамаҫтан, компания президенты Томас Уотсон тикшеренеүҙәргә аҡса һалыуҙы һәм хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүҙе туҡтатмай. 1935—1936 йылдарҙа АҠШ хөкүмәтенең эре заказдары IBM-ға ҙур ярҙам күрһәтә.
Икенсе донъя һуғышы йылдарында компания атыу ҡоралы (М1 Carbine һәм Browning Automatic Rifle) етештерә.
2001 йылда IBM Германияла концлагерь әсирҙәрен иҫәпкә алыу машиналары һатып алыу өсөн Холокост ҡорбандарына компенсация түләү фондына $3000000 күсерә[57].
1950-се йылдар — хәрби һауа көстәренә һәм авиаюлдарға тәғәйенләнгән проекттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950-се йылдарҙа компания ракета һөжүменә ҡаршы тороу өсөн компьютерлаштырылған бик ҙур SAGE системаһын эшләй, ул радарҙарҙан алынған мәғлүмәттәрҙе реаль ваҡытта анализлай һәм тотоп алыу ҡоролмаларын сәпкә тоҫҡауҙы тәьмин итә. ХХ быуаттың 50-се йылдарынан 80-се йылдарына тиклем файҙаланыла. Һуңғы осор версияларында система самолёттарҙы туранан-тура автоматик рәүештә сәпкә йүнәлтә ала.
Компьютерҙар осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылда IBM компьютерҙары осоро башлана: 4,5 тонна массалы «Марк I» эшләнә. 1952 йылда лампалы беренсе ҙур компьютер «IBM 701» барлыҡҡа килә.
1956 йылда Томас Уотсондың улы кесе Томас Уотсон IBM етәксеһе вазифаһында атаһын алмаштыра, тормош-көнкүреш компьютерҙары осоро унан башлана. Уның етәкселеге аҫтында компанияның килемдәре — $8 миллиардҡа, ә хеҙмәткәрҙәр һаны 270 меңгә етә.
1959 йылда транзисторлы тәүге IBM компьютерҙары эшләп сығарыла, ышаныслылыҡ һәм етеҙлек кимәле иҫ иҙур булғанлыҡтан АҠШ хәрби һауа көстәре уларҙы һауа һөжүменә ҡаршы оборонаның тиҙ хәбәр биреү системаһында ҡулланырға ҡарар итә. Саҡ ҡына алдараҡ, 1957 йылда, IBM компанияһы FORTRAN («FORmula TRANslation») телен ҡулланыуға индергән була, был тел ғилми тикшеренеүҙәр өсөн файҙаланыла.
1964 йылда IBM System/360 ғаиләһе тәҡдим ителә, улар беренсе универсаль компьютерҙар, компьютерҙарҙың беренсе проектланған ғаиләһе, хәтерҙе байтлы адреслаусы беренсе компьютерҙар һ. б. булып таныла. System/360 менән яраштырылған IBM System z компьютерҙары әле булһа етештерелә: яраштырылыу буйынса был абсолют рекорд булып тора.
1971 йылда компания һығылмалы диск сығара, ул мәғлүмәттәр һаҡлау стандартына әүерелә.
1972 йылда логотип яңыртыла (зәңгәр һыҙыҡтарҙан төҙөлгән хәрефтәр), ул әле лә ҡулланыла. Логотипты дизайнер Пол Рэнд (ингл. Paul Rand) эшләй.
1981 йыл кешелек тарихына «IBM PC» персональ компьютеры барлыҡҡа килгән йыл булараҡ инә. 640 килобайт оператив хәтер һәм бер йәки ике флоппи-диск йөрөтөүсе Microsoft яһаған DOS операцион системаһын һәм бер нисә ҡушымтаны эшләтеү өсөн етерлек була. Был операцион системаны тәҡдим иткән Microsoft компанияһы ул саҡта бәләкәй генә бер фирма була. DOS менән бергә ОС CP/M-86-ға һәм UCSD Pascal P-system'ға ла моделдәр тәҡдим ителә. Ләкин был системалар ҡулланыуға инеп китә алмай, сөнки Microsoft ул заман өсөн уникаль тәҡдим индерә: бер тапҡыр түләп, һаны сикләнмәгән компьютерҙар өсөн программа тәьминәтенә лицензия алыу мөмкинлеге асыла. Был MS-DOS-лы конфигурция хаҡын кәметә һәм һатып алыусыларҙы күпләп ылыҡтыра. Һөҙөмтәлә Microsoft та киң билдәлелек ала.
Шуныһы ҡыҙыҡ: компания етәкселеге тәүҙә был машинаға һис бер әһәмиәт бирмәй, эшләнмәләр менән 4 кенә кешелек төркөм шөғөлләнә (Филипп Дональд Эстридж етәкселеге аҫтында). Интеллектуаль милекте һаҡлау буйынса ҡаты принциптар менән эш итһә лә, IBM компанияһы DOS-ты ла (BASIC теле интерпретаторы менән бергә), эшләнмәселәрҙең тағы бер революцион уйлап табыуы булған BIOS-ты ла патентламай. Һөҙөмтәлә, сит эшләнмәселәр, баҫылып сыҡҡан спецификацияларҙан файҙаланып, IBM PC-ҙың клондарын эшләй, был баҙарҙы ҙур тиҙлек менән үҫтереп ебәрә, әммә IBM килемдәрҙең ҙур өлөшөнән ситтә ҡала.
Яҡынса 1984 йылда AS/400 серияһы — бизнес мәсьәләләренә тәғәйенләнгән мини-компьютер сығарыла. Ул элеккерәк мини-ЭВМ S/36 һәм S/38 менән ҡабат ярашыу һәләтенә эйә була. Унда Micro-Channel (MCA) шинаһы технологиялары һәм SCSI интерфейсы ҡулланыла, улар әле лә серверҙарҙа файҙаланыла. Был серия компьютерҙары әле лә файҙаланыла һәм элегерәк сығарылған программа тәьминәттәренең теләһә ҡайһыһы менән эшләй ала.
1986 йылда IBM үҙе үк хасил иткән персональ компьютерҙар һатыу буйынса баҙарҙа беренселектән мәхрүм була.
1990 йылда компания OS/2 операцион системалы PS/2 сериялы компьютерҙар менән баҙарҙы яуламаҡ була. Улар аппарат менән дә, программа менән дә PC-ға һәм DOS-ҡа яраҡлашмай. Машиналарҙа прогрессив технологиялар, мәҫәлән, ул заманда РС-ҙа ҡулланылған ISA шинаһынан күпкә өҫтөн Micro-Channel шинаһы ҡулланыла. PS/2 серияһы баҙарҙа танылыу ала алмай, тиҙҙән уны етештереү туҡтатыла. Әммә баҫмаҡтар һәм сысҡандар өсөн Mini-DIN штекеры нигеҙендәге разъёмдар (улар PS/2 порттары тип йөрөтөлә) әле булһа PC-ҙа ла киң ҡулланыла.
Был серия сиктәрендә OS/2 Warp V3.0 операцион системаһын сығарыу планлаштырыла, ул Microsoft'та эшләп сығарылған була, ләкин IBM элеккесә мэйнфреймдар баҙарына таяныуын дауам итә, шуға был проектты эшләүҙә артҡа ҡала. Һөҙөмтәлә Microsoft Windows'ты эшләүгә күсә, а OS/2 аҫтындағы компьютерҙар серияһы баҙарға планлаштырылған мөҙҙәттән һуңға ҡалып сыға, көслө реклама кампанияһына һәм яҡшы сифаттарына ҡарамаҫтан, проект баҙарҙа уңыш яулай алмай.
Консалтинг дәүере
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдарҙа IBM бизнесы хеҙмәттәр күрһәтеү, беренсе сиратта консалтинг яғына ауыша. 2002 йылда «зәңгәр бәһлеүән» $3,5 миллиардҡа PricewaterhouseCoopers аудит компанияһының консалтинг бүлеген һатып ала. Әлеге ваҡытта IBM Global Services подразделениеһына ингән был бизнес, IBM структураһында иң отошлоһо булып, компания килеменең яртыһын биреп тора[58].
Хеҙмәттәр күрһәтеүгә йүнәлеш алған IBM 2005 йылда $1,8 миллиардҡа персональ компьютерҙар етештереү һәм һатыу подразделениеһын (ThinkPad һәм ThinkCentre) Ҡытайҙың Lenovo компанияһына һата[59]. Ә 2014 йылда инде Lenovo компанияһы $2,3 миллиардҡа IBM-дан x86-серверҙар эшләү һәм етештереү подразделениеһын да ала[60]. Шул уҡ 2014 йылда үҙенең ярымүткәргестәр фабрикаларын GlobalFoundries компанияһына һатып[61], IBM ярымүткәргес тауарҙар өлкәһендә fabless-компанияға, йәғни етештереү фабрикалары булмаған компанияға әүерелеүе, артабан процессорҙар эшләү менән шөғөлләнһә лә, уларҙы етештермәйәсәге тураһында белдерә.
«Тимер» етештереү урынына IBM хәҙер, мәҫәлән, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә донъя лидеры булырға тырыша һәм IBM Security подразделениеһын киңәйтә. 2006 йылда ул $1,3 миллиардҡа Internet Security Systems (ISS) компанияһын, ә 2017 йылдың февралендә IBM IT-хәүефһеҙлек өлкәһендә һатып алған компанияларының егерменсеһен — корпоратив мөхиттә насар һаҡланыусы мәғлүмәттәр менән бәйле хәүефтәргә идара итеү өсөн программа тәьминәте эшләгән Agile 3 Solutions компанияһын — һатып ала[62].
2007 йыл тирәһенән IBM корпорацияһы болот хисаплауҙары һәм интернет аша бизнесты хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй башлай. 2013 йылда IBM яҡынса $2 миллиардҡа эре халыҡ-ара хостинг-провайдерҙы — Softlayer Technologies (инг.)баш. (инг.)баш. компанияһын һатып ала. Был компанияның АҠШ-та, Сингапурҙа һәм Амстердамда[63] 20 дата-үҙәге була. 2014 йылда IBM корпорацияһы IBM Cloud (инг.)баш. (инг.)баш.[64] платформаһындағы болот сервистарын киңәйтеү стратегияһы сиктәрендә 15 дата-үҙәк төҙөлөшөнә $1,2 миллиардтан ашыу аҡса һалыуы тураһында белдерә.
IBM 2008 йылда $5 миллиардҡа алынған Cognos компанияһы[65] һәм 2009 йылда $1,2 миллиардҡа алынған SPSS компанияһы[66] нигеҙендә аналитик бизнесты ла әүҙем үҫтерә. Улар бизнес-анализ һәм business intelligence өсөн программа инструменттарының төп йыйылмаһын эшләй. Аналитик бизнесты киңәйтеү сиктәрендә IBM 2014 йылда Watson проектын үҫтереүгә $1 миллиард һалыуы һәм яңы Watson Business Group когнитив хисаплауҙар подразделениеһын ойоштороуы тураһында иғлан итә. Ул һаулыҡ һаҡлау, финанс, сәйәхәттәр, телекоммуникациялар һәм ваҡлап һатыу өлкәләре өсөн когнитив (танып белеү, өйрәнеү) болот сервистарын эшләү һәм коммерциялаштырыу менән шөғөлләнергә тейеш була[67]. 2016 йылдың ғинуарында IBM яҡынса $2 миллиардҡа The Weather Company (инг.)баш. (инг.)баш. компанияһының цифрлы бизнесын һатып ала, уны компанияның Watson платформаһына һәм башҡа болот сервистарына ҡуша[68]. Watson Health Cloud болот сервисын үҫтереүгә генә лә IBM компанияһы $4 миллиардтан ашыу аҡса тотона, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге IT-компаниялар һатып ала, мәҫәлән, 2016 йылдың февралендә IBM $2,6 миллиардҡа Truven Health Analytics компанияһын һатып ала. Был компания һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, дәүләт органдарына һәм страховкалау компанияларына идара итеү һәм медицина мәғлүмәттәрен анализлау сервистарын тәҡдим иткән була[69]. 2017 йылдың башында IBM менән Salesforce компаниялары араһында килешеү төҙөлә, уға ярашлы, компаниялар бергәләшеп прогнозлау аналитикаһы инструменттарын таратыу менән шөғөлләнергә тейеш була[70].
2017 йылдың мартында IBM корпорацияһы IBM Q проекты тураһында хәбәр итә. Проект донъяла тәүге квантлы компьютерҙы сығарыу бурысын ҡуя. Был компьютерҙың ресурстарына инеү IBM Cloud (инг.)баш. (инг.)баш. болот платформаһы аша ғәмәлгә ашырыласаҡ. Киләһе бер нисә йыл эсендә универсаль квантлы хисаплау системаһы хасил ителеп, ул яңы дарыу препараттары, алдынғы материалдар эшләү, яһалма интеллект өлкәһендә тикшеренеүҙәр, цифрлы хәүефһеҙлек, логистика һәм финанс сервистары булдырыу мәсьәләләре өҫтөндә эшләйәсәк[71].
2017 йылдың ноябрендә IBM ғалимдары 50 квант разрядлы процессор прототибын уңышлы эшләне һәм үлсәне[72].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IBM-дың төп подразделениелары:
- IBM Global Services (IGS, консалтинг подразделениеһы), 2015 йылда компанияға $91,134 миллиардлыҡ килемдең $47,357 миллиардын килтерә;
- IBM Software Group (программа тәьминәте эшләү подразделениеһы), 2015 йылда компанияға $15,753 миллиардлыҡ килем килтерә;
- IBM Systems & Technology Group (STG, ҡорамалдар етештереү подразделениеһы), 2015 йылда компанияға $23,857 миллиардлыҡ килем килтерә;
- IBM Watson Group (когнитив хисаплауҙар подразделениеһы);
- IBM Research;
- IBM Global Financing.
Программа тәьминәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IBM түбәндәге эшләнмәләр менән мәшғүл:
- z/OS, z/VM, z/VSE, IBM i (элекке OS/400), AIX (UNIX), PC DOS, OS/2 операцион системалары, шулай уҡ GNU/Linux'ты әүҙем үҫтерешеү;
- GPFS, HPFS, CFS, JFS файл системалары;
- DB2, Informix, IMS мәғлүмәт базаларына идара итеү системалары;
- төркөм эшмәкәрлеге сараһы булған Lotus Notes/Domino;
- Lotus SmartSuite офис пакеттары;
- IBM Rational программа тәьминәтен проектлау саралары серияһы;
- WebSphere аралыҡтағы программа тәьминәте пакеты;
- Tivoli системаларына идара итеү системалары;
- компиляторҙар серияһы һәм VisualAge эшләнмә саралары.
Компьютерҙар һәм ҡулайламалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IBM етештерә:
- POWER архитектуралы микропроцессорҙар: POWER7, POWER7+, POWER8
- POWER процессорҙары базаһындағы серверҙар: Power Systems, PureApplication, PureData;
- мейнфреймдар: IBM System z серияһы;
- суперкомпьютерҙар: Blue Gene, Deep Blue, IBM Watson;
- POWER йәки Xeon процессорҙары базаһындағы эшсе станциялар: IBM IntelliStation;
- мәғлүмәт һаҡлау системалары: IBM System Storage;
IBM элек етештергән:
- x86-архитектура серверҙары: System x, BladeCenter, Flex System, NeXtScale, iDataPlex — 2014 йылдың ғинуарында подразделение Ҡытайҙың Lenovo Group компанияһына һатыла[73];
- хисаплау-касса терминалдары системаһы (POS) — 2012 йылдың апрелендә IBM-дың Retail Store Solutions (RSS) подразделениеһы Toshiba TEC компанияһына һатыла;
- сәнәғәт кимәлендәге принтерҙар — 2010 йылдың майында Ricoh компанияһы IBM-дың InfoPrint Solutions Company'ҙағы өлөшөн һатып ала.
- сәнәғәт кимәлендәге принтерҙар — 2007 йылдың ғинуарында IBM-дың Printing Systems Division подразделениеһының 51 проценты Ricoh компанияһына һатыла һәм InfoPrint Solutions Company берлектәге предприятиеһы (IBM - 49%, Ricoh - 51%) барлыҡҡа килә;
- ThinkPad ноутбуктары һәм ThinkCentre өҫтәл персональ компьютерҙары — 2004 йылдың декабрендә подразделение Ҡытайҙың Lenovo Group компанияһына һатыла;
- НЖМД (Ultrastar, Deskstar, Travelstar һәм Microdrives сериялары) — 2003 йылда бизнес Hitachi компанияһына һатыла [74];
- принтерҙар — 1991 йылда IBM-дан бер нисә, шул иҫәптән принтерҙар етештергән подразделение бүленеп сығыу һөҙөмтәһендә Lexmark компанияһы барлыҡҡа килә;
- IBM System/360, S/370, S/390 серияларындағы мейнфреймдар етештереүҙән алына.
Ғилми һәм техник эшләнмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яңы быуын (2006) өс уйын ҡушылмаһы өсөн үҙәк процессорҙар архитектуралары: Sony PlayStation 3 (Cell), Nintendo Wii (Broadway) һәм Microsoft Xbox 360 (Xenon).
- Изоляторлы кремний (КНИ) (ингл. Silicon on insulatorSilicon on insulator, SOI) — ярымүткәргес приборҙарҙы эшләү технологияһы.
- DES (Data Encryption Standard) — шифрлауҙың симметриялы алгоритмы. DES IBM тарафынан эшләнгән һәм 1977 йылда АҠШ хөкүмәте тарафынан FIPS 46-3 рәсми стандарты итеп раҫланған[75].
- Фортран (Fortran) — юғары кимәлле тәүге программалау теле. 1954—1957 йылдарҙа IBM-да Джон Бэкус етәкселегендәге программалаусылар төркөмө тарафынан сығарылған.
- Фрактал. Фракталь геометрия тәбиғәттә осраған оҡшашһыҙлыҡтарҙың төрлө төрҙәрен математик тасуирлау мөмкинлеген бирә. Уны тәүләп 1967 йылда IBM-дың Томас Джон Уотсон исемендәге тикшеренеү үҙәге ғалимы Бенуа Мандельброт Science журналында баҫылған мәҡәләһендә индерә.
- Гигант магнит ҡаршылығы эффектына нигеҙләнгән магнитлы ос. Гигант магнит ҡаршылығы күренешен асҡандан һуң 20 йыл самаһы ваҡыт үткәс, IBM, уны файҙаланып, магнитлы остар эшләү технологияһын эшләй, был мәғлүмәт һаҡлау технологияларының революцион үҫешенә килтерә.
- Юғары температуралы үтә юғары үткәреүсәнлек. IBM-дың ике ғалимы Йоханнес Георг Беднорц менән Карл Александр Мюллер 1986 йылда баҡыр-лантан-барий нигеҙендәге керамик материалдарҙың үтә юғары үткәреүсәлеген асҡан өсөн 1987 йылда физика буйынса Нобель премияһына лайыҡ була.
- Мәғлүмәттәрҙе ҡаты магнитлы дискта һаҡлау.
- DRAM (Dynamic Random Access Memory) — компьютер хәтерҙәренең бер төрө.
- RISC (ингл. Reduced Instruction Set Computing) архитектураһы — командаларҙың ҡыҫҡартылған йыйылмаһы менән хисаплауҙар.
- Реляциялы мәғлүмәттәр базаһы.
- Сканлаусы туннелле микроскоп — 1981 йылда Герд Бинниг һәм Генрих Рорер тарафынан уйлап табыла, бының өсөн физика буйынса 1986 йылғы Нобель премияһына лайыҡ булалар.
- Нескә пленкалы магнитлы остар — 1979 йылда магнитлы остарҙы фотолитография ысулы менән эшләү технологияһы сығарыла.
- 2016 йылда IBM-да донъяла беренсе тапҡыр 5 нанометрлы чип эшләнеүе тураһында хәбәр ителә. 5 нанометрлы чип 30 миллиард транзистор һыйҙыра, ул әйберҙәр интернеты менән яһалма интеллектты хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән.
Халыҡ-ара эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Корпорацияның бөтә илдәрҙә лә тиерлек вәкилдәре бар. 2010 йыл аҙағына компания хеҙмәткәрҙәренең күпселеге АҠШ-та эшләй (105 мең, йәғни 27 процент тирәһе). Һиндостанда IBM-да 75 меңлек персоналы (19 процент самаһы) даими эш менән мәшғүл[76].
СССР-ға компания 1974 йылда, Химия сәнәғәте министрлығына мейнфреймдар һатыу тураһында контрактҡа ҡул ҡуйғас килә. 1974 йылда Мәскәүҙә офисы асыла[77]. 2006 йылда IBM Рәсәйҙә мейнфейм технологиялары эшләү буйынса тикшеренеү лабораторияһы асыла [78]. «IBM-дың технологик мәктәбе» проекты тормошҡа ашырыла. Рәсәй тимер юлдары һәм Рәсәй иҡтисад мәктәбе менән берлектә Цифрлы транспорт тикшеренеүҙәре үҙәге асыла, унда тимер юлда файҙаланыла ала торған пилот технологиялар һынала[79].
Хисаплау техникаһы һәм программа тәьминәте үҫешенә IBM-дың йоғонтоһо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғлүмәт технологиялары тармағында әһәмиәтле эшләнмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1943 — Марк I тәүге Америка компьютеры;
- 1946 (27 сентябрь) — беренсе коммерция калькуляторы;
- 1956 — беренсе коммерция ҡаты дискы;
- 1957 — Фортран компиляторы;
- 1959 — авиабилеттар бронләүсе тәүге система — Sabre (инг.)баш. (инг.)баш.;
- 1961 — шарик осло электр яҙыу машинкаһы IBM Selectric typewriter;
- 1964 — IBM System/360 компьютерын сериялап етештереү; ул хисаплау машиналары булған мейнфеймдарҙың тотош класына башланғыс һала;
- 1968 — динамик оператив хәтер;
- 1971 — дискета;
- 1974 — SQL теле[80];
- 1981 — IBM PC персональ компьютеры, уның архитектураһы ХХ быуаттың 80-се йылдарынан тармаҡ стандартына әйләнә.
IBM совет мәғлүмәт технологиялары үҫешенә этәргес бирә, атап әйткәндә электрон-хисаплау машиналарының берҙәм селтәре (ЕС ЭВМ) IBM/360 компьютерҙарынан күсереп эшләнелә, персональ электрон-хисаплау машиналарының берҙәм селтәре (ЕС ПЭВМ) IBM-дың персональ компьютерҙары аналогы була, ә берҙәм селтәрҙең операцион системаһы IBM-дың операцион системалары менән ярашлы була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #1042-X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ https://www.informationweek.com/cloud/software-as-a-service/ibm-cognitive-colloquium-spotlights-uncovering-dark-data/d/d-id/1322647
- ↑ Miller R. Ginni Rometty leaves complex legacy as she steps away as IBM CEO — TechCrunch, 2020.
- ↑ Su-bin Lee, edited by Danbee Lee Samsung ramps up foundry business as manufacturer of IBM’s 7nm CPU — 2020.
- ↑ пресс-релиз
- ↑ https://www.ibm.com/investor/governance/michael-l-eskew
- ↑ https://web.archive.org/web/20220928212912/https://www.ibm.com/annualreport/assets/downloads/IBM_Proxy_2022.pdf
- ↑ https://www.ibm.com/investor/governance/david-n-farr
- ↑ https://www.ibm.com/investor/governance/alex-gorsky
- ↑ https://www.ibm.com/investor/governance/michelle-howard
- ↑ https://newsroom.ibm.com/2020-12-16-Arvind-Krishna-Elected-IBM-Chairman
- ↑ https://www.ibm.com/investor/governance/andrew-n-liveris
- ↑ https://www.ibm.com/investor/governance/f-william-mcnabb-iii
- ↑ https://www.ibm.com/investor/governance/martha-e-pollack
- ↑ https://www.ibm.com/investor/governance/joseph-r-swedish
- ↑ https://www.ibm.com/investor/governance/peter-r-voser
- ↑ https://www.ibm.com/investor/governance/frederick-h-waddell
- ↑ https://newsroom.ibm.com/2021-09-30-IBM-Elects-Al-Zollar-to-its-Board-of-Directors
- ↑ https://www.moma.org/artists/7636 (ингл.)
- ↑ https://irods.org/about/
- ↑ https://www.linuxfoundation.org/membership/members/
- ↑ http://www.ecis.eu/about-ecis/
- ↑ https://www.openapis.org/membership/members
- ↑ https://www.w3.org/Consortium/Member/List
- ↑ https://www.bluetooth.com/develop-with-bluetooth/join/member-directory/
- ↑ https://cve.mitre.org/cve/request_id.html#cna_participants
- ↑ https://jquery.org/members/
- ↑ https://js.foundation/about/members
- ↑ https://foundation.nodejs.org/about/members
- ↑ https://openjsf.org/about/members/
- ↑ https://fidoalliance.org/members/
- ↑ https://www.bsa.org/membership
- ↑ https://web.archive.org/web/20240406093257/https://www.bsa.org/membership
- ↑ https://www.redhat.com/en/blog/red-hat-commends-ibms-decision-join-lot-network-protecting-developers-patent-threats
- ↑ IBM Annual Report 2020
- ↑ 36,0 36,1 36,2 https://www.sec.gov/Archives/edgar/data/0000051143/000155837023002376/ibm-20221231x10k.htm — 2023.
- ↑ IBM (IBM) Stock Key Data
- ↑ http://www.softlayer.com/about-softlayer
- ↑ 39,0 39,1 39,2 39,3 39,4 39,5 39,6 39,7 39,8 https://www.sec.gov/Archives/edgar/data/51143/000104746917001061/a2230222zex-21.htm
- ↑ The IBM Ottawa Software Lab
- ↑ https://www.redhat.com/en/about/press-releases/ibm-closes-landmark-acquisition-red-hat-34-billion-defines-open-hybrid-cloud-future
- ↑ https://headquartersoffice.com/ibm/
- ↑ https://www.ibm.com/annualreport/assets/downloads/IBM_Annual_Report_2019.pdf#page=65
- ↑ https://coptr.digipres.org/NSRL_(National_Software_Reference_Library)
- ↑ IBM PGP Public Key
- ↑ IANA IPv4 Address Space Registry — IANA.
- ↑ 47,0 47,1 https://www.ibm.com/us-en/
- ↑ http://www.moma.org/collection/works/4242
- ↑ https://collections.mcq.org/objets/65839
- ↑ 50,0 50,1 IBM // Stempelklok — 1950.
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ 52,0 52,1 Postphenomenology: A Critical Companion to Ihde. — State University of New York Press, 2006. — P. 228. — ISBN ISBN 0-7914-6787-2.
- ↑ Logos, Letterheads & Business Cards: Design for Profit. — Rotovision, 2004. — P. 15. — ISBN ISBN 2-88046-750-0. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ The Essential Guide to Computing: The Story of Information Technology. — Publisher: Prentice Hall PTR. — P. 55. — ISBN ISBN 0-13-019469-7.
- ↑ Bruno, Leonard C. Plate, punch card, and instructions for Herman Hollerith's Electric Sorting and Tabulating Machine, ca. 1895 (недоступная ссылка — история). Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ IBM Archives / FAQ / Predecessor Companies
- ↑ By Anita Ramasastry� FindLaw columnistSpecial to CNN.com. CNN.com - A Swiss court allows Gypsies' Holocaust lawsuit to proceed - Jul 8, 2004 . edition.cnn.com. Дата обращения: 30 ғинуар 2018.
- ↑ IBM Annual archives index.
- ↑ IBM продает Lenovo отделение ПК . AlgoNet.ru (8 декабрь 2004). Дата обращения: март 2017.
- ↑ IBM-Lenovo: предыстория и последствия сделки . CRN/RE (10 февраль 2014). Дата обращения: март 2017. 2017 йыл 8 март архивланған.
- ↑ США: GlobalFoundries выкупит у IBM производство полупроводников . NovostIT (21 октябрь 2014). Дата обращения: март 2017.
- ↑ IBM расширит экспертизу в области IT-безопасности . Servernews (28 февраль 2017). Дата обращения: март 2017.
- ↑ США: IBM покупает интернет-хостера SoftLayer Technologies . NovostIT (5 июнь 2013). Дата обращения: март 2017.
- ↑ IBM инвестирует $1,2 млрд в расширение дата-центров . Servernews (20 ғинуар 2014). Дата обращения: март 2017.
- ↑ IBM Completes Acquisition of Cognos . www-03.ibm.com (31 ғинуар 2008). Дата обращения: март 2017. (инг.)(англ.)
- ↑ IBM приобретает компанию SPSS Inc. с целью предоставления клиентам возможностей прогнозного анализа . www-03.ibm.com (28 июль 2009). Дата обращения: март 2017.
- ↑ IBM вложит в суперкомпьютер Watson $1 миллиард . Servernews (9 ғинуар 2014). Дата обращения: март 2017.
- ↑ IBM покупает за $2 млрд активы The Weather Company . iXBT.com (29 октябрь 2015). Дата обращения: март 2017. 2017 йыл 8 март архивланған.
- ↑ IBM покупает разработчика медицинских IT-решений Truven Health Analytics за $2,6 млрд . Servernews (19 февраль 2016). Дата обращения: март 2017.
- ↑ IBM и Salesforce занялись совместным развитием искусственного интеллекта . Servernews (7 март 2017). Дата обращения: март 2017.
- ↑ IBM создаст универсальный квантовый компьютер . Servernews (6 март 2017). Дата обращения: март 2017.
- ↑ IBM создала мощнейший квантовый компьютер (рус.), Корреспондент.net (12 ноябрь 2017). 13 ноябрь 2017 тикшерелгән.
- ↑ Lenovo покупает бизнес IBM по выпуску x86-серверов за $2,3 млрд.
- ↑ HITACHI GLOBAL: News Releases from Headquarters. (Jan 6, 2003).
- ↑ FIPS 46-3
- ↑ Freeland, Chrystia The Mumbai consensus (ингл.) (недоступная ссылка — история). Reuters (22 октябрь 2010). Дата обращения: 28 май 2011. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 26 октябрь архивланған.
- ↑ К. Корнильев, IBM: "Первый контракт между IBM и CCCР подписал Лужков" // Компьютерра Online.
- ↑ IBM выбирает российских программистов. sostav.ru
- ↑ Филатов Андрей, гендиректор IBM в России и СНГ. Компьютерам – «зелёный». Системы дополненного интеллекта, кибербезопасности и оптимизации вагонопотоков помогут поднять эффективность работы . Гудок (1 ноябрь 2017). Дата обращения: 8 ноябрь 2017.
- ↑ Chamberlin, Donald D; Boyce, Raymond F (1974). «SEQUEL: A Structured English Query Language» (PDF). Proceedings of the 1974 ACM SIGFIDET Workshop on Data Description, Access and Control (Association for Computing Machinery): 249–64. Проверено 2007-06-09.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Луис Герстнер. Кто сказал, что слоны не могут танцевать? Жесткие реформы для выживания компании = Who Says Elephants Can’t Dance? Inside IBM’s Historic Turnaround. — М.: Альпина Паблишер, 2014. — 320 с. — ISBN 978-5-9614-4713-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт IBM
- Официальный сайт IBM в России
- История компании IBM 2016 йыл 22 декабрь архивланған.